Шоу-бизнеста бик уңышлы карьера эшләй алған Элвин Грей бер осрашыуҙа "Үҙен танытырға теләгән артист-музыканттың уны башҡаларҙан айырып торған хит-йыры булырға тейеш", — тип әйткән.
Сағыу тауышлы һәм үҙенсәлекле башҡарыу манераһы булған Нәркәс Сиражетдинованың эстрадалағы уңышы "Йөрәгемдә һайрай һандуғас" йыры менән бәйле. Бик күп йырҙар башҡарған, күбеһен үҙе лә ижад иткән, әле яңылары өҫтөндә эшләгән Нәркәс Сиражетдинова менән "Өфө уттары" тапшырыуының 15 май эфирында осраштыҡ.