Күңелең менән эшләнгән эш күңелгә барып етә. Ни тиклем ваҡыт һәм көс, күҙ нурың түгеүең бында мөһим дә түгел кеүек. Әммә — алтынға бәрәбәр.
"Өфө уттары" тапшырыуының 16-сы май сығарылышында ҡул эштәре оҫтаһына әйләнгән билдәле радиожурналист, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Венера Ситдиҡова баҙыян темаһы менән мауығыуы тураһында һөйләне, шуға арналған өлгөләре менән таныштырҙы. Ҡыҙыҡлы кәсеп тәрән мәғәнәгә лә эйә. Уның фольклористик, тәрбиәүи, психологик әһәмиәте бик көслө, ти, тапшырыуыбыҙҙың геройы Венера Ситдиҡова.