Ҡунаҡ — шағирә, яҙыусы, тәржемәсе, журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры – Тамара Искәндәриә-Юлдашева.
26-28 майҙа Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфө үҙ майҙанында – ҡала үҙәгендә халыҡ-ара кимәлендәге сара — "Китап-Байрам" үткәрҙе. Сағыу мәҙәни байрамдың әһәмиәте нимәлә? Уның йәмғиәт, айырыуса, үҫеп килгән быуын өсөн мәғәнәһе ни тиклем мөһим?
Туған телде ҡәҙерләү, һүҙ байлығы кеүек төшөнсәләр юғалып барған заманала ошондай саралар аша беҙҙе кире ерлегебеҙгә ҡайтара. Һәм был бик мәслихәт күренеш. Бигерәк тә, "Китап-Байрам" дың шундай Халыҡ-ара кимәлдә, киң ҡоласлы үтеүе – бығаса булмаған хәл. Республикабыҙ башлағы билдәләүенсә, киләсәктә уның йыл һайын ойоштороласағы ла яҙыусылар, нәшриәтселәр, уҡыусылар алдында ҙур офоҡтар аса.
Байрамдың уртаһында булып, уны эстән күҙәткән билдәле шағирә һәм яҙыусы Тамара Искәндәриә – Юлдашева менән "Өфө уттары" тапшырыуының 30 май сығарылышында осраштыҡ. Программала "Китап-байрам" тураһында фекерҙәр, һығымталар, бағлаған өмөттәре менән уртаҡлашҡан ижадсы шулай уҡ үҙенең яңы шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, шылтыратыусылар менән ихлас аралашты.