Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 05.06.2023 Сирусиндарҙың моң донъяһы

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 05.06.2023 Сирусиндарҙың моң донъяһы

Юғары сифатлы йырҙары менән башҡорт эстрадаһына килеп ингән Рәфис Сирусин көндән-көн тиерлек ижадын яратыусыларҙы үҙенә йыя бара. Уның тауышы наҙлы елдәй, йомшаҡ ямғырҙай яңғырай. Ҡасандыр иркен һулышлы, ҡайһылыр мәлдә шыбырҙаған япраҡ кеүек тыныс, әммә һәр ваҡыт иҫ киткес матур, үҙенә ылыҡтырғыс, ғашиҡ иттергес.

Йыр-моң яратҡан ғаиләлә тыуып үҫкән йәш талант эйәһе Рәфис Сирусин үҙе артынан бер туған ҡустыһы Алмасты ла эйәртеп, башҡорт моңоноң гүзәллеген халыҡҡа тарата. Төрлө Халыҡ-ара, Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаттары, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солистары Рәфис һәм Алмас Сирусиндар яңғыҙ һәм бергә сығыш яһайҙар, эстрадала ышаныслы аҙымдар яһап, яңынан-яңы йырҙары менән тамашасы күңелен яулай. Тауыштары менән күңелгә үтеп ингән, ағалы-ҡустылы, талантлы Сирусиндар 5 июнь, "Өфө уттары" тапшырыуында ҡунаҡта булды.