Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 06.06.2023 Ҡунаҡ – Халыҡ-ара, Рәсәй һәм республика йыр конкурстары лауреаты, йәш йырсы

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 06.06.2023  Ҡунаҡ – Халыҡ-ара, Рәсәй һәм республика йыр конкурстары лауреаты, йәш йырсы

Артист кеше халыҡҡа танылһын өсөн уның үҙ йөҙө, үҙ стиле булырға тейеш. Сабина Кучаева исемле йәш талантлы йырсыла, былар, әлбиттә, бар. Уны башҡалар менән бутауы мөмкин түгел.

Популяр артист, атаһы Насип Кучаевтың юлын дауам итеүсе, уның эшен тыңлаусы-тамашасыға еткерергә тырышыусы Сабина был йәһәттән эстрадала уңышлы аҙымдар яһай. Төрлө халыҡ-ара, Рәсәй һәм республика йыр конкурстары лауреаты, йырҙар авторы, бик талантлы Сабина Кучаевала, әйтерһең дә, бөтәһе лә камил. Күңеле менән киң, ҡайнар йөрәкле, тәрән мәғәнәле, музыка менән йәшәүсе Сабина көн дә көй ижад итә, йырҙар башҡара, вокал дәрестәренән уҡыта, илдәр гиҙә, тәжрибә туплай. Уның менән әңгәмәләше — үҙе бер ғүмер. Ҡояш сатҡыларын таратыусы, сибәр, гүзәл, ихлас күңелле, ижады сағыу, стилле, бер кемгә оҡшаш түгел Сабина Кучаева беҙҙә ҡунаҡта 6 июнь булды.