Әлфиә Мырҙабулат ҡыҙы Юлсурина – сәхнә һәм ижад кешеһе. Ысын мәғәнәһендә, уның өсөн йыр-моңһоҙ ғүмер итеү мөмкин түгел. Йырлап ул күңелен йыуата, бәхетен башҡаларға өләшә, ауыр саҡтарҙа ла йыр – уның өсөн дауа. Ижад Алиһәһе уны һәр ерҙә, һәр саҡ оҙатып бара. Моңланып йырлаһынмы, өҙөлөп яратҡан халҡы өсөн күҙ йәшен түкһенме, шатлыҡтан осоп китерҙәй булһынмы, тәбиғәт менән серҙәрен бүлешеп, һағыштарын һөйләһенме...
Тәрән мәғәнәле, һәр нәмәгә үҙ фекере булған, иҫ киткес талантлы Әлфиә Юлсурина менән аралашыу – үҙе бер ғүмер, үҙе бер дауа.
Көслө рухлы, башҡортом тип янған, йырлап йәшәгән Әлфиә Юлсурина өсөн ғүмер үҙе нимә? Ниндәй һабаҡтар алған ул тормоштан? Ниндәй яңы йырҙар ижад итә? Нимәләрҙе бар нәмәнән өҫтөн күрә? Йыр-моңһоҙ йәшәр булһа, нимә эшләр ине?
"Өфө уттары" тапшырыуының 13 — сө июнь сығарылышында беҙ бай репертуарлы, көслө меццо-сопрано тауышлы, киң диапазонлы йырсы, халыҡ артисткаһы Әлфиә Мырҙабулат ҡыҙы Юлсурина менән осраштыҡ.