Юғары сәнғәтте үҙ итеүселәр уны яҡшы белә. Башҡортостандың атҡаҙанған, Татарстандың халыҡ артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр, "Алтын битлек" фестиваленең махсус, "Онегин" милли опера премияһы лауреаты, бөтә Рәсәйгә билдәле тенор, бәрхәт тауышлы опера һәм эстрада йырсыһы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы Илһам Вәлиев "Өфө уттары" тапшырыуының 27-се июнь сығарылышы геройы булды.
Быйыл уның сәхнәлә ижад итеүенә 20 йыл. Өфө дәүләт сәнғәт академияһында уҡып йөрөгән студент осраҡлы ғына рәүештә "Ҡаһым түрә" операһына "Эскадрон" халыҡ йырын йырларға саҡырыла. Спектаклдән күренештәр, ҙур сәхнә, рампа яҡтылығы, тере оркестр, сәхнә ҙур булмаған рольде башҡарған йәш кенә Илһам Вәлиевтың бөтә аң-зиһенен үҙгәртә, опера донъяһына айырылғыһыҙ бәйләй, үҙенә ғашиҡ иттерә. Тап шул бәхетле осраҡтан алып башлана ла инде мөғжизәле, сихри опера сәнғәте бейеклектәрен алыу.
Әлеге көндә бик күп данлыҡлы опера партияларын башҡарған, Екатеринбург, Силәбе, Пермь, Ҡазан, Мәскәү театрҙары менән хеҙмәттәшлек иткән Илһам Вәлиевтың эшмәкәрлеген билдәле сәнғәт әһелдәре хөрмәт итә, рольдәрен тамашасы һәм тыңлаусы бик ярата. Йырсы ниндәй ҙә булһа йырға ғына түгел, һәр нотаға үҙ ҡарашын, үҙ мөнәсәбәтен һала, тиһәк тә, яңылышмаҫбыҙ. Сәхнә – уның өсөн тормош, ғүмер, яҙмыш.
Ә көнитмештә ул ябай, ихлас һәм яғымлы. Буш ваҡыты сыҡһа, туған Саҡмағош районы Имәнлеҡул ауылына юллана, балалары менән шөғөлләнә, хоккей менән мауыға... Тормош дауам итә һәм унда – спектаклдәр, гастролдәр, сығыштар, бер туҡтауһыҙ юл йөрөүҙәр... 20 йыллыҡ ижад дәүерендә йөҙләгән образ кәүҙәләндергән маһир артист, талант эйәһе, сағыу шәхес Илһам Вәлиев менән беҙ "Өфө уттары" тапшырыуы эфирында ихлас аралаштыҡ. Яҙмаһын һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итәбеҙ.