"Хазина" һәм "Мираҫ" ансамблдәренең солисы Зәлиә Нурлы үҙе бер ғаләмде байҡап алырлыҡ артист. Ул йырсы ла, ҡумыҙсы ла, бейеүсе лә. Унан башҡа, үҙе ансамблдәр ойоштороусы һәм вокал серҙәренә өйрәтеүсе педагог та. Әле дан алып килгән "Хазина" фольклор-эстрада төркөмө лә уның теләк-ниәте менән төҙөлә. Төркөмдөң үҙенсәлеген күптәр уның ҡурай, ҡыл-ҡумыҙ кеүек милли музыка ҡоралдарында тик ҡатын-ҡыҙҙар башҡарыуында күрә. "Хазина" төркөмө ҡыҙҙары беҙҙең өсөн ғәҙәти булмаған күренеште кәүҙәләндерә, тамашасы-тыңлаусыға аҙ билдәле булған халыҡ йырҙарын тәҡдим итә. Зәлиә Нурлы үҙе иһә, бик тынғыһыҙ ижадсы. Тап фольклор йүнәлешендә эшләгән артистка йырҙарын заманса музыкаль биҙәлеш менән халыҡ хөкөмөнә сығара, сағыу һәм сифатлы видеоклиптар төшөрә. Бер үк ваҡытта белем алырға ла өлгөрә, мосолман университетында уҡый, сит телдәрҙе өйрәнә, тағы ла ҡул эштәренән торған шәхси коллекцияһын әҙерләй. Быларҙың барыһы ла 18-се июлдә, 20 сәғәт 10 минутта үткән "Өфө уттары" тапшырыуында сағылыш алды.
Өфө уттары - 18.07.2023 Ҡунаҡта - Зәлиә Нурлы
"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға