Башҡортостан ғорурланырлыҡ шәхестәрҙең береһе – Наил Ғәйетбай. Республикабыҙҙа ғына түгел, күрше һәм сит яҡтарҙа ла уның исеме яҡшы билдәле.
Яҙыусы-прозаик, шағир, драматург, тарихи пьесалар һәм балалар өсөн повестар авторы, йәмәғәт эшмәкәре, педагог Наил Әсхәт улы Ғәйетбаев 20 июнь олуғ юбилейын – 75 йәшен билдәләне. Ошо уңайҙан дан алған шәхесте "Өфө уттары" студияһына саҡырып, әңгәмә ҡорҙоҡ. Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты Наил Ғәйетбай башҡорт әҙәбиәтенә генә түгел, йәмғиәткә лә ҙур өлөш индерә. Уның көсө менән "Тамаша" һәм "Рампа" журналдары ойошторола, Өфөлә республика уҡыу-методик үҙәге, Стәрлетамаҡта филармония һәм сәнғәт училищеһы асыла, Баймаҡ ял йортонда йәш драматургтар өсөн семинарҙар, "Театр яҙы" фестивалдәре үткәрелә.
Данлы прозаик һәм шәхес менән әңгәмә - 4-се июлдә, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыҡҡан "Өфө уттары" тапшырыуы яҙмаһында.