Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 05.07.2023 "Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух". Заһир Әминев

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 05.07.2023 "Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух". Заһир Әминев

Һуңғы йылдарҙа сәләмәт тормош алып барыу, үҙеңдең һаулығыңды ҡайғыртыу, тышҡы ҡиәфәтеңде ҡарау һәм башҡа физик яҡтан тәрбиәләү эштәре... модаға инде. Трендта булыу – яҡшы күренеш. Әммә "сәләмәт тәндә – сәләмәт рух" тигән төшөнсә һис ҡасан мода артынан ҡыумаясаҡ. Беҙҙең һәр беребеҙ һаулығыбыҙ ныҡлығы, тормошобоҙ сифаты, мораль тотороҡлолоҡ тураһында борсолорға тейеш. Был фекер менән "Йүгереүсе башҡорт" спорт командаһын ойоштороусы, йүгереүсе-спортсы, марафонсы Заһир Әминев та килешә.

"Йүгереүсе башҡорт" спорт ойошмаһы ҡасан һәм ниндәй маҡсат менән ойошторолдо? Заһир ниндәй марафондарҙа ҡатнашып, нисәнсе урындар яулаған? СТС телеканалының спорт проекты аша Башҡортостанды танытыусы егетебеҙ киләсәктә тағы ниндәй үрҙәр алырға ниәтләнә? Үҙ халҡының ысын патриоты, физкультура уҡытыусыһы, Башҡортостан данын сит ерҙәрҙә лә яҡлаусы, йүгереү спорт төрөн халыҡ араһында таратыусы Учалы егете Заһир Әминев менән беҙ „Өфө уттары„ тапшырыуының 5 июль сығарылышында осраштыҡ.