Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 11.07.2023 Әлфиә Кәлимуллина

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 11.07.2023 Әлфиә Кәлимуллина

Әлфиә Кәлимуллина. Уның йырлауына бик күптәр таң ҡала торғайны. Тик ул һуңғы йылдарҙа юғалып торҙо. Эстрада һәм халыҡ йырҙарын берҙәй оҫта, иркен һулыш менән башҡарыусы Әлфиә Әсхәт ҡыҙы Кәлимуллина Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт филармонияһында уңышлы эшләп йөрөй, "Рийәүәт" фольклор-эстрада ансамблен ойоштора, төрлө йыр конкурстарында ҡатнаша...

Талантлы йырсы, йыраусы, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге махсус призға лайыҡ булыусы Әлфиә Кәлимуллина тағы әллә күпме маҡтаулы исемдәр алырға тейеш булғандыр. Ләкин тормош үҙ ҡанундарын индерә. Моңло һандуғастай тауыш, һирәк осрай торған талант эйәһе Әлфиә Кәлимуллина күпмелер ваҡытҡа бөтөнләй эстраданан юғала. Һәм ниһайәт, йылдар үткәс, ул йәнә лә сәхнәгә күтәрелә! Күптәр уны хәтерләй, йырлауын, тауышын һағына, "Өфө уттары" тапшырыуында осраштыуҙарын һорай. Вәғәҙә – иман. "Рәсәй-Башҡортостан" радиоһы һәм "Башҡортостан 24" телеканалы эфирында моңдо серҙәш һәм мәңгелек иптәш итеп алған Әлфиә Кәлимуллина менән Айгөл Хисамова әңгәмә ҡорҙо.