Проект:

Өфө уттары

Журналистарҙың һынаулы сәфәре

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Журналистарҙың һынаулы сәфәре

Башҡортостан һәм Рәсәй өсөн генә түгел, бар донъяға ҡағылышлы сетерекле һүҙ ул — махсус хәрби операция. Украина ерендә барған ваҡиғалар, көн дә ут эсендә булған һалдаттар, аҙағы бөтмәҫтәй ҡайғылы хәбәрҙәрҙең килеүе – йәне булған һәр кем өсөн ауыр тема. Башҡортостан журналистары союзы көсө менән ойошторолған эш сәфәре егеттәребеҙҙең хәлен бер аҙға булһа ла еңеләйтеү маҡсатына ынтылған. Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларында хеҙмәт иткән һалдаттарыбыҙ ниндәй шарттарҙа йәшәй? Хәүефһеҙлек саралары ни тиклем көслө? Уларға тип ебәрелгән посылкалар эйәләренә барып етәме? Нисек йәшәйҙәр беҙҙең егеттәр? "Башҡортостан" ижтимағи-сәйәси гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостан журналистары союзы рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, журналист, матбуғат һәм йәмәғәт эшмәкәре Вәдүт Исхаҡов һәм "Ағиҙел" әҙәби журналының баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, яҙыусы, шағир, драматург, журналист Мөнир Ҡунафин – ошо сәфәрҙе етәкләүселәр. Командировка бар яҡтан да уңышлы тамамлана. Башҡортостан һәм Луганск халыҡ республикаһы журналистары араһында эшлекле килешеү ҙә төҙөлә. Ошоларҙың барыһы хаҡында – 12 июлдә үткән "Өфө уттары" тапшырыуында.