"Был донъяла бырыһы ла мөхәббәттән яралған..."
Ошо һүҙҙәр менән "Мөхәббәт шағиры" исемен йөрөткән Рәмил Йәнбәк килешер инеме икән? Һис шикһеҙ, ул әйтер ине – мөхәббәттән башҡа тормошта йәшәү юҡ, тип. Әйтер ине. Сөнки уның беҙҙең арабыҙҙан китеүенә инде байтаҡ ваҡыт үтте. 10 август уның тыуған көнө булыр ине.
Рәмил Йәнбәктең шиғриәте аша тыуған еренә, тәбиғәтенә, ата-әсәһенә, ҡатын-ҡыҙға булған һөйөү тойғолары ярыла...Әйтерһең дә уның күңел түрен ошо һөйөү хистәре биләп тора. Был инде тик кеше затынан булғандарға ғына хас тәрән кисерештәр, мөхәббәт ялҡынында яныу, өҙөлөп һағыныу, яратыу...Ғүмере буйына яратып йәшәгән ҡатыны Зилә ҡаты сирҙән һуң баҡыйлыҡҡа күскәс, Рәмил Әхмәт улы ла оҙаҡламай был фани донъяны ҡалдырып китә.
Талантлы шағир, оҫта журналист, матбуғат һәм йәмәғәт эшмәкәре Рәмил Йәнбәк тураһында "Өфө уттары" тапшырыуының 26-сы июль сығарылышында уның яҡташтары, йәшлек һәм ижадташ дуҫтары менән хәтер һәм шиғриәт кисен үткәрҙек.