Башҡорт эстрадаһында Харис Шәрипов исеме киң билдәле. Талантлы артист йыр сәнғәтендә утыҙ йыл самаһы ең һыҙғанып эшләй, халыҡ араһында ул күптән танылыу яулаған. Ә уның осло ҡәләмле автор икәнен күптәр беләме? Харис Мөбәрәк улы ғүмеренең байтаҡ өлөшөн яҙышыуға арнаған. Ижад аһәңе уға юмор һүҙе оҫтаһы – алып барыусы булып эшләгән саҡта килә. Үҙе лә төрлө фельетондар, юмористик хикәйәләр авторҙарын яратып уҡып үҫкәс, ошо жанрға үрелә. Башҡорт сәнғәте әһелдәренең ижади портреттарын сағылдырыу менән бер рәттән көлкөлө хәлдәрҙән торған һүрәтләмәләр, ҡыҫҡа ғына күренештәр, һуңынан – юмористик хикәйәләр яҙа ул. Башҡортостандың ваҡытлы матбуғатында даими баҫылып торған һәм тулы бер китап тәшкил итерлек әҫәрҙәр авторы Харис Шәрипов — Рәсәй һәм Башҡортостан журналистар союзы ағзаһы ла.
Яратҡан шөғөл, яҙыусылыҡҡа килеү, әҫәр яҙыу нескәлектәре, сюжет асыу, — әҙәби ижад тураһында беҙ танылған йырсы, халыҡ һәм эстрада йырҙарын оҫта башҡарыусы, шулай уҡ ҡыҙыҡлы эстәлекле, бай йөкмәткеле әҫәрҙәр ижад итеүсе Харис Шәрипов менән "Өфө уттары"ның 15-се август, шишәмбе сығарылышында һөйләштек.