Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 22.08.2023 Шиғриәт Алиһәһе

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 22.08.2023 Шиғриәт Алиһәһе

Республикабыҙ тормошон, уның йәшәйешен әҙәбиәтһеҙ күҙ алдына килтерә алмағандай, башҡорт әҙәбиәтен дә Гөлфиә Юнысованан башҡа ҡабул итеүе мөмкин түгел. Башҡортостандың халыҡ шағиры, талантлы һәм сағыу шәхес, бихисап китап авторы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, иғтибарлы һәм һөйөклө әсә һәм өләсәй – Гөлфиә Иҙелбаева-Юнысова күркәм юбилейын – 75 йәшен ҡаршыларға йыйына. Бар республика буйлап тиерлек уның менән ижади осрашыуҙар, кисәләр үтә. Билдәле шағирә юбилейын матур ваҡиға менән ҡаршылай – уның һайланма һәм яңы шиғри әҫәрҙәренән торған "Рәхмәт, яҙмыш" исеме аҫтында китабы донъя күрҙе.

Башҡорт әҙәбиәтенең Алиһәһе, бөйөк һәм бейек халыҡ шағиры исемен йөрөткән Гөлфиә Юнысованың тормош юлы ла, эшмәкәрлеге лә, ижады ла бик бай һәм йөкмәткеле. Йәмәғәт һәм дәүләт эшенән айырылғыһыҙ хеҙмәт дәүерендә ул оҙаҡ йылдар республикабыҙҙың төп баҫмаларының береһе — "Башҡортостан ҡыҙы" журналын етәкләне, уның киң танылыуына, нығыныуына, тиражының артыуына бик күп көс һалды.

Башҡортостанды өҙөлөп яратҡан, ғүмере буйы халҡына хеҙмәт иткән, йырлы күңелле, ижады менән уҡыусылары күңелен яҡтыртыусы, йөрәк ҡылдарын тибрәтеүсе, шиғриәте менән әҙәбиәтебеҙгә тос өлөш индереүсе, еребеҙҙең ысын башҡорт ҡыҙы Гөлфиә Иҙелбаева-Юнысова менән әңгәмә "Рәсәй-Башҡортостан" радиоһы тулҡындарында шишәмбе, 22-се августа үтте.