Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 29.08.2023 Сәләмәт тән, матур йөҙ

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 29.08.2023 Сәләмәт тән, матур йөҙ

Бөйөк Чехов әйтмешләй — "Кешелә барыһы ла матур булырға тейеш. Кейеме лә, йөҙө лә, күңеле һәм уйҙары ла". Кейем бөхтәлегенән тыш, тән һәм бигерәк тә, бит матурлығы тураһында беҙ көн дә, хатта көнөнә әллә нисәмә тапҡыр тураһында уйланабыҙ. Йөҙөбөҙ гүзәлерәк күренһен өсөн ҡатын-ҡыҙҙар декоратив косметика ҡуллана, төрлө битлектәр, кершәндәр файҙалана, бәғзеләр махсус рәүештә косметологка йөрөй, бит тиреһенә медицина процедуралар яһата. Ә бит йөҙ матурлығы туранан-тура кешенең эске торошона, йәғни, сәләмәтлегенә бәйле. Ошо көнүҙәк темаға ентекле һөйләшер, борсоған һорауҙарға асыҡлыҡ индерер өсөн беҙ студияға ғүмере буйы кешенең тән һәм бит тиреһе сәләмәтлеген ҡайғыртыусы юғары категориялы врач, табип-онколог, 2018 йыл һөҙөмтәләре буйынса "Иң яҡшы табип" исеменә лайыҡ булыусы Гөлнур Хәмзә ҡыҙы Ниғмәнованы саҡырҙыҡ. "Өфө уттары" тапшырыуының 29-сы август, шишәмбе сығарылышы 20 сәғәт 10 минутта үтте.