Республикабыҙҙың бар мәктәптәре, гимназиялары, уҡыу йорттары, белем усаҡтары яңы 2023-24 уҡыу йылын ҡаршыланы. Башҡортостаныбыҙҙың баш ҡалаһынан башҡа, республикабыҙҙың бик күп ҡалалары һәм райондары араһында Күмертау ҡалаһының Мортаза Рәхимов исемен йөрөткән 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернаты – яҡшы дан алған белем усаҡтарының береһе. Унан байтаҡ билдәле шәхестәр уҡып сыҡҡан. Улар араһынан – республикабыҙ яҙыусыларын һәм шағирҙарын, дәүләт эшмәкәрҙәрен, артистарҙы әйтеп үтергә мөмкин. Шулай уҡ бында яңыраҡ бәхил булған, бар Рәсәйҙең яратҡан йырсыларының береһе – Юрий Шатунов та белем алған, тәрбиәләнгән. Быйыл белем бинаһына уның исеме менән таҡтаташ ҡуйыласаҡ. Уның исемен йөрөткән, уның ижадын сағылдырған клас та бар.
Яңы уҡыу йылын гимназия ниндәй яңылыҡтар, әҙерлек менән ҡаршы алды? Уҡыусылар, уҡытыусылар өсөн 2023-24-се уҡыу йылы ниндәй яңылыҡтар индерәсәк? Тәрбиәүи һәм уҡытыу эштәре ни тиклем байытыласаҡ, балаларҙы тағы ниндәй үҙгәрештәр көтә? Ошоларҙы асыҡлар өсөн беҙ студияға Күмертау ҡалаһының Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө башҡорт республика гимназия-интернаты директоры – Шайморат Азамат улы Тимербулатовты саҡырҙыҡ. Уның менән әңгәмә 1-се сентябрь кисендә, 20 сәғәт 10 минутта үтте.