Башҡорт эстрадаһының моңло һәм иҫ киткес яғымлы тауыштарының береһе — Фәнүнә Сиражетдинованы белмәгән кеше һирәктер. Заманында Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында унан башҡа бер концерт та үтмәй торғайны. Данлы дуэт – Фәнүнә Сиражетдинова һәм Шамил Хәмәҙинуров та бик күптәрҙең йөрәген яуланы.
Моңға ғашиҡ, тормоштан йәм таба белеүсе Башҡортортостандың халыҡ артисы Фәнүнә Хәниф ҡыҙы Сиражетдинова — 5-се сентябрҙә "Өфө уттары" тапшырыуында ҡунаҡта булды. Билдәле йырсы һәм артистка сәхнә кешеһе генә түгел, бик тәжрибәле баҡсасы һәм ҡул эштәре оҫтаһы ла!
"Ғүмеремдең һәр минуты файҙаға булһын" - тип йәшәй ул.
Танылған йырсы менән осрашып, уның ғәҙәти тормошта хайран ҡалырлыҡ ихласлығына, ябайлығына, егәрлелегенә һоҡландыҡ. Әңгәмәбеҙ артистканың сағыу сәхнә дәүере, йәшлек йылдары һәм әлеге шөғөлдәре – баҡсасылыҡ, ҡул эштәре хаҡында барҙы.