Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 12.09.2023 Йәш шағирә, педагог Зарина Бағышаева

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 12.09.2023 Йәш шағирә, педагог Зарина Бағышаева
Һуңғы йылдарҙа барса халыҡ булмаһа ла, күптәр китап уҡыуға, сит телдәр өйрәнеүгә, йәғни – белемен арттырыуға, мәғарифен үҫтереүгә тартыла башланы. Өфөнөң Юнеско исемендәге бер мәктәп бинаһында хатта "Белемле булыу – модала!" тигән яҙыу-девиз да балҡып тора.
Әлбиттә, үҫмер быуындың һәм хатта оло йәштәгеләрҙең белем тауы бейеклегенә тағы ла юғарыраҡ үрләргә теләүҙәре – хуп күренеш. Шуға ла, үҙҙәрен ысын мәғәнәһендә белем эйәһе тип иҫәпләгән уҡытыусылар күңел кәнәғәтлеге кисерә, аң-зиһенде үҫтереүҙе һөнәр бурысы тип кенә түгел, йөрәк талабы тип ҡабул итә. Ә инде уҡытыусылыҡҡа шиғриәт ҡушылһа – был, ысынында ла, гүзәл күренеш. Шундай илаһи заттарҙан йәш талантлы шағирә, Рәсәй һәм Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы – Зарина Бағышаева. Финанс колледжында йәштәргә белем биреү менән бер рәттән ул шиғырҙар, поэмалар ижад итә, байрамдарға сценарийҙар яҙа, төрлө халыҡ яҙыусыларының ижади әҫәрҙәрен йотлоғоп уҡый, жанрҙар нескәлектәрен өйрәнә, шиғри йыйынтыҡтар нәшер итә һәм әлбиттә, ғаиләһенә наҙ һәм мөхәббәт бүләк итә. Ике ҡыҙ бала әсәһе, наҙлы һәм иғтибарлы ҡатын, тынғыһыҙ ижадсы, талапсан һәм киң даирәле педагог Зарина Назырова-Бағышаева менән әңгәмә 12-се сентябрҙә үтте.