Бер аҡыл эйәһе әйтмешләй, әгәр был донъяла Һүҙ булмаһа, ҡалғаны – бушлыҡҡа әйләнә. Тынлыҡ. Тауыштар өйкөмө генә. Һүҙҙән мөнәсәбәт башлана, шиғырҙан йыр тыуа, сәхнәнән һүҙҙәр оса, ариянан опера барлыҡҡа килә... Әҙәбиәт – тирә-яҡта! Донъябыҙ тотҡаһы булған һүҙ-нигеҙ, йәғни, әҙәбиәт – йәшәйешебеҙҙең юғары баҫҡысында торорға тейеш. Ысынында шулаймы? Мәҙәниәтһеҙ, сәнғәтһеҙ йәшәп булмағандай, уларҙың тын алышы, үҙ сиратында, әҙәбиәтһеҙ мөмкин түгел.
Заманса башҡорт әҙәбиәтенә яңы һулыш индергән йәштәр бар, шөкөр. Шуларҙың береһе – Баймаҡ ҡыҙы Заһиҙә Мусина. Әҙәбиәткә шаулап килеп ингән "Килен" исемле повесы менән ул күптәрҙе уйландырҙы ла, аптыратты ла, һоҡландырҙы ла. Йәш кенә, әле студент булыуына ҡарамаҫтан, креатив һәм прогрессив уйлы Заһиҙә инде тәүге ҙур уңыштарын барлай. Уның повесы буйынса сәхнәләштерелгән спектакль менән 4-се октябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры үҙенең сираттағы, 104-се миҙгелен аса.
Талантлы йәш яҙыусы Заһиҙә Мусина менән осрашыу "Өфө уттары" проектының 19-сы сентябрь сығарылышында булды.