Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Рәсәйҙең почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре Миңлегөл Хисамова үҙенең күркәм байрамын — 75 йәшлек юбилейын билдәләй.
27-се сентябрҙә эфирға сыҡҡан "Өфө" уттары тапшырыуында шағирә менән уның уҡытыусылыҡ эше, ижади эшмәкәрлеге, тормошо фәлсәфәһе хаҡында әңгәмә барҙы.