Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 13.10.2023 "Етегәндәр" ҡунаҡта

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 13.10.2023 "Етегәндәр" ҡунаҡта

2000-се йылдар башында улар башҡорт эстрадаһын ныҡ шаулатты. Кемдер, уларға ғашиҡ булып, таҡмаҡ кеүек ятлана торған йырҙарына рәхәтләнеп бейене. Кемгәлер, ул йырҙар еңел-елпе тойолдо, тәңҡитләне. Әммә бер кем дә "Етегән" дәргә битараф ҡалманы.
Ваҡыт үтте, ҡасандыр дискотекаларҙы дер һелкеткән һәм күпмелер ваҡытҡа юғалып ҡалған "Етегән" төркөмө кире ҙур сәхнәгә ҡайтты. Яңы йырҙар, яңы аранжировкалар, яңы концерттар менән. Өфөләге тәүге "Мөхәббәт йөрәгемдә" исемле шәхсән концерты менән "Етегән" төркөмө тамашасыларын үҙенә яңынан ғашиҡ иттерҙе!

"Етегән"дәр менән "Өфө уттары" проектының 13-се октябрь, йома сығарылышында осраштыҡ, рәхәтләнеп аралаштыҡ!