Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 24.10.2023 Минскиҙа Башҡортостан әҙәбиәте көндәре үтте

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 24.10.2023 Минскиҙа Башҡортостан әҙәбиәте көндәре үтте

10-12-се октябрҙә Беларусь Республикаһының баш ҡалаһы Минскиҙа "Башҡортостан әҙәбиәте көндәре" үтте. Башҡортостандан белорустар еренә 12 кешенән торған делегация барып ҡайтты. Билдәле яҙыусылар, шағирҙар, әҙәбиәт белгестәре, журналистар ике республика араһында булған дуҫлыҡты тағы ла нығытты.

Башҡорт яҙыусылары тыуған төйәгебеҙгә ниндәй атҡарылған эштәр, кисерелгән тәьҫораттар менән әйләнеп ҡайтты? Киләсәккә ике республика ниндәй проекттар төҙөнө?

Ошо хаҡта беҙ "Өфө уттары" тапшырыуының 24-се октябрь сығарылышында Башҡортостандың танылған шағирәләре, журналистар Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Гөлназ Ҡотоева һәм Зөлфиә Ханнанова менән әңгәмәләштек.