Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 08.11.2023 Балалар һәм уларҙың һаулығы

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 08.11.2023  Балалар һәм уларҙың һаулығы
Ни өсөн һуңғы йылдарҙа ғәрип балалар күп тыуа? Уларҙы дауалау ни тиклем файҙа килтерә? Медицина ойошмаларындағы реабилитация шарттары яҡшы булдырылғанмы? Балалар һәм уларҙың һаулығы. "Өфө уттары" тапшырыуының 7-се ноябрь сығарылышын ошо темаға арнаныҡ.
Әлеге заманда балалар сәләмәт булһын өсөн ниндәй эштәр башҡарылырға тейеш, был маҡсатты нисек бойомға ашырырға, уларҙың ялын ни кимәлдә дөрөҫ ойошторорға? Ошо һәм башҡа һорауҙар буйынса беҙ студия ҡунаҡтары — Өфө ҡалаһында урынлашҡан "Дуҫлыҡ" шифаханаһының баш табибы Светлана Кәримова; табип-невролог Азамат Нурмиев һәм баш шәфҡәт туташы Алина Мосабирова менән әңгәмәләштек.