Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 31.10.23 Яҙыусы, журналист Гөлнара Мостафина менән осрашыу

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 31.10.23 Яҙыусы, журналист Гөлнара Мостафина менән осрашыу

Беҙҙең тормош, әйтерһең дә, үҙе бер кино, үҙе бер туҡтамай торған кинокадрҙар ағымы. Шул кинотаҫманы йәтеш кенә итеп ҡағыҙға төшөрөп, уҡымышлы, ҡыҙыҡлы хикәйә яҙа белеү – үҙе оло талант. Шундай таланттар, шөкөр, заманса башҡорт әҙәбиәтендә етеклек. Йәш ҡәләм тибрәтеүселәргә өлгө булырлыҡ, коллегалары – ҡәләмдәштәре араһында абруйлы яҙыусы, прозаик, тәржемәсе, журналист менән булды.

Башҡорт әҙәбиәтендә үҙ урынын тапҡан талантлы яҙыусы, журналист Гөлнара Мостафина яңыраҡ ҡына 50 йәшлек юбилейын да билдәләп уҙҙы. Әҙибәнең яҙыусылыҡҡа килеүе, уның ниндәй жанрҙарға тартым булыуы, балалар әҙәбиәтенә ниндәй үҙенсәлектәр менән килеүе, алдағы пландары тураһында "Өфө уттары"ның 31-се октябрь, шишәмбе сығарылышында һөйләштек.