Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 28.11.2023 Зөлхизә Илбәкова

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 28.11.2023 Зөлхизә Илбәкова
Зөлхизә Илбәкова исемле йәш артистка – талантлы ижадсылар династияһынан. Эстрада йырсыһы, бәләкәйҙән алып барыусы, "Сулпылар" балалар конкурсында гран-при яулаусы, мәктәп йылдарынан уҡ йырҙар яҙып башҡарыусы, үтә лә һәләтле ҡыҙ баланың артабан да яҙмышын сәхнә менән бәйләүе ғәжәп түгел.
Ҡасандыр эстрадабыҙҙы хайран ҡалдырып, шаулатып, сифатлы видеоклиптар һәм бер-бер артлы хит-йырҙары менән һоҡландырып йөрөгән Зөлхизә Илбәкова Мәскәүгә, унан һуң Төркиәгә юл тотҡан. Төрөк илендә уңыш уға ысын мәғәнәһендә йылмая ғына түгел, ә бар наҙын һәм һөйөүен бирә! Башҡорт ҡыҙы Зөлхизә Илбәкова сит илдә кинофильмдарҙа һәм сериалдарҙа төшөп, төрлө кинокомпанияларҙан яңынан-яңы рольдәр башҡарырға тәҡдимдәр ҡабул итә.
Әле ул Өфөлә, тыуған ерендә, яратҡан ҡалаһында "Өфө уттары" тапшырыуының 28-се ноябрь сығарылышында беҙ артистка менән осрашып, уның эшмәкәрлеге, рольдәр өҫтөндә нисек эшләүе, эстрадалағы ижады тураһында һөйләштек.