Һуңғы ваҡытта милли символикалы кейемдәр, төрлө биҙәүестәр, өлгөләр ҡатын-ҡыҙҙар араһында ғына түгел, ир-егеттәр, үҫмерҙәр, балалар араһында ла популярлыҡ яулай бара. Был бик ҡыуаныслы күренеш. Ә кемдәр ошо матурлыҡты халыҡҡа еткерә белә – уларҙың ҡулы алтын, уйы изге, тип әйтеү бер ҙә хата булмаҫ. Шундай ҡул эштәре оҫтаһы – Көйөргәҙе районы Таймаҫ ауылы ҡыҙы Зөлфиә Салауат ҡыҙы Яҡупова менән беҙ 5-се декабрь кис, "Өфө уттары" тапшырыуында осраштыҡ.
Милли символикалы өлгөләр, уларҙың яһалышы һәм биҙәлеше тураһында беҙ ҡунағыбыҙ менән ентекле һөйләштек. Тапшырыуға шылтыратып, иң ҡыҙыҡлы һорау биреүсене Зөлфиә Яҡупова үҙе эшләгән "башҡорт орнаментлы күлдәкле ҡыҙ" брошкаһы менән дә бүләкләне.