Ҡунаҡ – яҙыусы, журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова.
Үткән йылдың декабрь айында Башҡортостан матбуғаты журналистары Украина ерен, махсус хәрби операция барған урындарҙы байҡап ҡайтты. Унда хеҙмәт иткән республикабыҙ егеттәре ни хәлдәрҙә? Операция тамамланыуға табан барамы? Ниндәй ҡытлыҡ кисерә беҙҙең әрме? Рух күтәренкелеге бармы? Ошо һорауҙарға яуап табыр өсөн, журналист ир-егеттәр араһынан берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ – Миләүшә Ҡаһарманова эшлекле кейемен хәрби костюмға алыштырып, яу барған урындарҙы күреп, Шайморатов эҙҙәре буйлап йөрөп ҡайтты. Нисек үтте был сәфәр? Ниндәй тәҫьораттар ҡалдырҙы ул яҙыусы күңелендә? Ошоға тиклем тик образ булып күренгән яу, алыш һүрәттәре ысынбарлыҡта ниндәй?
"Өфө уттары" тапшырыуының 9 ғинуар әңгәмәсеһе Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова был һәм уларға бәйле һорауҙарға яуап бирҙе, күргән-ишеткәндәрен бәйән итте, буласаҡ ижади әҫәр маяһы хаҡында белдерҙе.