Проект:

Өфө уттары

"Өфө уттары" күренекле журналист Ришат Миндияровтың яҡты иҫтәлегенә арналды

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • "Өфө уттары" күренекле журналист Ришат Миндияровтың яҡты иҫтәлегенә арналды

Уның өсөн Телеүҙәк бинаһы – тыуған йорто кеүек ине. Яратҡан эше – хеҙмәте генә түгел, бөтә булмышы булды. Һирәк осрай торған кешеләрҙән ине ул. „Өфө уттары„ тапшырыуының 13 февраль сығарылышы билдәле теле һәм радиожурналист, үҙ эшенең оҫтаһы, һоҡланғыс кеше Ришат Фәтхенислам улы Миндияровтың яҡты иҫтәлегенә арналды. Уны хөрмәт иткән, яратҡан, аҡыллы етәксе, остаз, киң күңелле һәм изге кеше итеп күргән ғаиләһе, коллегалары, дуҫтары араһынан Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, журналист, музыка белгесе Миләүшә Иҙрисова, ғаилә дуҫы, уҡыусыһы – шағир, журналист Алмас Шаммасов һәм Ришат Миндияровтың улы Искәндәр менән аралаштыҡ. Тапшырыуҙың яҙмаһын һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.