"Устарыма һал һин йөрәгеңде", "Йылғалар төнөн һөйләшә", "Гөлназым" һәм башҡа бик күп популяр йырҙар башҡарыусыһы, һоҡланғыс тауышлы, меңәрләгән тамашасы һәм тыңлаусы йөрәгенә үтеп ингән сағыу талант эйәһе — Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Тимеровҡа 55 йәш. Күркәм юбилейы айҡанлы билдәле артистың үҙе һәм уның ижади ғаиләһе менән "Рәсәй-Башҡортостан" радиоһы студияһында, "Өфө уттары" тапшырыуында осраштыҡ. Эфирҙың видеояҙмаһын һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.
Өфө уттары - 20.02.2024 Тауышы йөрәккә үтеп инә
"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.