Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 27.02.2024 Уларҙың йөрәгендә – халыҡ моңо

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 27.02.2024 Уларҙың йөрәгендә – халыҡ моңо

Йыр кешене йәшәтә лә, йәшәртә лә, йыуата ла. Был донъяла тын ала алмайынса йәшәү мөмкин булмағандай, йыр-моңһоҙ ҙа ғүмер итеп булмай. Халҡыбыҙ ижады ынйыларын алтын бөртөгөндәй һаҡлап, әлеге һәм киләсәк быуынға еткерергә тырышҡандар арабыҙҙа, шөкөр, бар.

"Өфө уттары" тапшырыуының 27-се февралдәге сығарылышын республика һәм халыҡ-ара фольклорсылар конкурстары лауреаты — "Ауаз" башҡорт фольклор ансамбленә арнаныҡ. Ансамблдең етәксеһе – Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Нәсимә Тимерова, шулай уҡ төркөмдөң иң әүҙем һәм талантлы артистары Зәлифә Ҡаһарманова һәм Ришат Сәйетгәрәев менән осрашып, талант эйәләренең ижады, ансамблдең эшмәкәрлеге менән таныштыҡ.