Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 12.03.2024 Республика йыр конкурстары лауреаты - Ләйсән Шәрипова

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 12.03.2024 Республика йыр конкурстары лауреаты  - Ләйсән Шәрипова
"Ярата-яратмай" , "Кил яныма" , "Һуңғы тапҡыр" һәм башҡа хиттары менән эстрадабыҙҙы биҙәгән билдәле йырсы, композитор, Нариман Сабитов исемендәге композиторҙар премияһы, халыҡ-ара һәм республика йыр конкурстары лауреаты – Ләйсән Шәрипова "Өфө уттары" проектының 12-се март сығырылышы геройы булды.
Салауат драма театрының данлыҡлы актерҙары, Башҡортостандың халыҡ артистары Гөлсәсәк һәм Яҡуп Шәриповтар ғаиләһенән сыҡҡан Ләйсән Шәрипова үҙе лә ижадта һынатмай. Үҙ тырышлығы менән маҡсатына юл ярып, илһамланып эшләй, йырҙар яҙа, башҡара, кинофильмдарға музыка ижад итә. Уның эшмәкәрлеге, композиторлыҡ ижады, тормошҡа ҡарашы, ғаиләһе тураһында Ләйсән Шәрипова ихлас һөйләне, яңы йырҙарын ишеттерҙе. Тапшырыуҙың яҙмаһын һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.