Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 16.04.2024 Инженер лицей-интернаты 30-йыллыҡ юбилейын билдәләй

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 16.04.2024 Инженер лицей-интернаты 30-йыллыҡ юбилейын билдәләй
Мәғариф өлкәһендә хеҙмәт итеүселәр өсөн яҙ — айырыуса мәшәҡәтле осор. 2023-24 уҡыу йылын лайыҡлы оҙатыу менән бергә улар яңы белем алыу йылына әҙерлек эштәре менән яна. Республиканың инженер лицей-интернаты туған Башҡортостаныбыҙҙа ихтирам ҡаҙанған, уҡыусылары менән дан тотҡан белем усағы. 2023-24 йыл уҡыу йылы лицей өсөн уңышлы, ҡаҙанышлы булған. Хәйер, һәр йылдағыса. Сөнки бында үҙ эштәренең оҫталары хеҙмәт итә. Быйыл лицей-интернат 30 йыллыҡ юбилейын да билдәләй. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, белем йортоноң тарихы бай һәм үҙенсәлекле.
Инженер лицей-интернатында уҡыған егеттәр һәм ҡыҙҙарҙы ысын мәғәнәһендә белемле итеү, ныҡлы "нигеҙ" һалыу - етәкселәр һәм педагогтар өсөн тормош һәм хеҙмәт маҡсаты. Белем усағының эшмәкәрлеге, уңыштары, яңы 2024-25 уҡыу йылына әҙерлеге хаҡында беҙ "Өфө уттары" тапшырыуының 16-сы апрель сығарылышында директор урынбаҫарҙары Айнур Әмирханов һәм Фәнүр Йәһүҙин менән һөйләштек.