Һуңғы йылдарҙа йәмғиәттә спорт ҙур мәғәнәгә эйә. Спорт менән шөғөлләнеү, сәләмәт тормош алып барыу, сәләмәт булыу – хәҙер әһәмиәтле генә түгел, тотош бер трендҡа әйләнеп бара. Һәм был күренеш ҡыуандырмай ҡалмай. Спорттың айырым бер төрө – бодибилдингта уңыштарға ҡаҙанған, үҙ алдына – Рәсәй чемпионатында еңергә, тигән маҡсат ҡуйған профессиональ спортсы Илмир Ҡаһарманов 23-сө апрель эфирға сыҡҡан "Өфө уттары" тапшырыуының геройы булды.
Үҙенең миҫалында тормошто нисек яҡшы яҡҡа үҙгәртергә, сәләмәт, бәхетле һәм уңышлы йәшәргә мөмкин икәнен күрһәткән Баймаҡ егете, ҡыйыу, көслө һәм ныҡышмалы спортсы, бодибилдер Илмир Ҡаһарманов менән әңгәмәне һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.