Халыҡ араһында йылдан-йылы этника стиле танылыу ала бара. Был айырыуса ижад өлкәһендә күҙгә салына. Мәҙәниәттә халыҡсан биҙәлешле йырҙар булһынмы, кейем модаһында милли һыҙатлы йә бөтөнләй милли космюмға тартым өлгөләрме; бер һүҙ менән әйткәндә, трендта — этника стиле. Талантлы башҡорт йәштәре араһында шундай стилдә шәхси һәм ғаилә өсөн махсус студияла һәм Башҡортостандың Торатау янында фотосессиялар ойоштороу идеяһын тормошҡа ашырыусы – Ҡәҙриә Зөбәйерова. Ошондай йүнәлешле маҡсаттарын эшлекле ҡыҙ фоторәссамдар, дизайнерҙар, модельерҙар менән бойомға ашыра. Ҡәҙриә Хөрмәт ҡыҙының эстрадала уңышлы аҙымдар яһай. Йырҙар ижад итеү һәм башҡарыу менән бер рәттән киләсәккә яңынан-яңы пландар менән йәшәй. Шуларҙың береһе – Башҡортостанда ғүмер иткән төрлө милләт вәкилдәренең милли костюмдарын сығарыу, уларға кәрәкле йыһаздар, аксессуарҙар яһау, күргәҙмәгә әҙерләнеү. Быларҙың барыһы хаҡында беҙ йәш уңышлы ижадсы, фотопроекттар авторы Ҡәҙриә Зөбәйерова менән "Өфө уттары" тапшырыуының 18-се июнь сығарылышында һөйләштек.
Өфө уттары - 18.06.2024 Уңышлы ижадсы, фотопроекттар авторы Ҡәҙриә Зөбәйерова
"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.







