Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 25.06.2024 Мәғариф өлкәһендә йәй – ҡыҙыу мәл

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 25.06.2024 Мәғариф өлкәһендә йәй – ҡыҙыу мәл

Мәғариф өлкәһендә йәй – ҡыҙыу мәл. 2023-24-се уҡыу йылының тамамланыуы, һөҙөмтәләрҙе барлау һәм һығымталар яһау, хаталар өҫтөндә эш һәм алдағы киләсәккә пландар һәм маҡсаттар ҡороу ғына түгел. Юғары һәм урта белем биреү йорттарында 2024-25 йылдарға ҡабул итеү кампанияһы үҙ көсөнә инде.

Өфөнөң күп профилле һөнәри колледжы ла – шулар иҫәбендә. Республикала иң алдынғы уҡыу йорттарының береһе булған белем усағы директоры Сынтимер Баязитов, ысын мәғәнәһендә, колледждың сығарылыш студенттары менән ғорурлана ала. Бының өсөн сәбәптәр етерлек. Ниндәйме? Был турала һәм киләһе йылға абитуриенттарҙы ҡабул итеү программаһы тураһында — "Өфө уттары" тапшырыуының 25-се июнь сығарылышында.