2024-се йыл республикабыҙҙа "Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам һәм уларҙы ҡурсалау йылы" тип иғлан ителде. Йәмғиәтебеҙҙең бер өлөшөн тәшкил иткән инвалидтар араһында балалар ҙа күп.
Баланы алда үҙен ҡарай алырлыҡ, йәмғиәттә үҙ урынын табырлыҡ, үҙен "йәшәтерҙәй һәм ашатырҙай" һөнәр эйәһе булырлыҡ итеп үҫтереү һәм тәрбиәләү – ата-әсәләр өсөн генә түгел, тәрбиәселәр һәм уҡытыусылар өсөн дә бик көсөргәнешле хеҙмәт. Быларҙы нисек башҡарырға? Тормошҡа адаптациялауҙы ҡайһылай үтергә? Ғәрип баланың киләсәге сағыштырмаса еңелерәк ҡоролһон өсөн беҙ – сәләмәт кешеләр – ниндәй ярҙам күрһәтә алабыҙ?
Ошо һорауҙарға беҙ "Өфө уттары" тапшырыуының 24-се июль сығарылышында һөйләштек. Студиябыҙҙа ҡунаҡта махсус педагог-дефектолог, логопед, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостандың халыҡ мәғарифы отличнигы Рузалия Борханова һәм Өфөнөң 92-се махсуслаштырылған интернат-мәктәбе уҡыусыһы Айбулат Лоҡманов һәм уның әсәһе Алия Марат ҡыҙы булды.







