Инглиз теленән "Джентльмен" - "аҫыл ир-егет" тигәнде аңлата. Юғары кимәлдәге тәрбиә һәм башҡаларға хөрмәтле мөғәләмә, кеше араһында үҙеңде тота белеү, грамоталы телмәр, әхләҡи ҡиммәттәр, ҡатын-ҡыҙҙарға айырыуса ихтирамлы мөнәсәбәт, бөхтә кейем һәм төҫ-баш һәм башҡа, тик джентльмендарға хас сифаттар.
Беҙ "Өфө уттары" студияһында осрашҡан был джентельмендар иһә, өҫтәүенә, иҫ киткес талантлылар, һоҡланғыс тауышлылар, эшлеклеләр, ныҡышмалдар һәм тырыштар. Ни өсөн джентльмендар тураһында һүҙ башланыҡ һуң? Элек "Тауыштар" проекты тап шулай аталған икән. Исеме есеменә тап килһә лә, ваҡыт һәм замана талаптары уларға икенсе, "Тауыштар" вокаль проекты тигән исем бирә. Һәм егеттәр һынатмай. Рим Рәхимов, Азамат Дауытов, Айтуған Вәлмөхәмәтов һәм Альберт Зәйҙуллин эстрадала ғына түгел, опера жанрында ла әүҙем эшләй һәм юғары һөҙөмтәләргә ирешә. Улар төркөмдә лә, айырым да йырлай, башҡортса, русса, итальян, инглиз һәм башҡа сит телдәрҙә йырҙар яҙҙыра, видеоклиптар төшөрә, төрлө акцияларҙа ҡатнаша, социаль проекттарҙан да ситтә ҡалмай. Ысын музыка оҫталары, талантлы һәм шәп егеттәр — "Тауыштар" вокаль проекты ҡатнашыусылары менән беҙ "Өфө уттары" тапшырыуының 30 июль сығарылышында осраштыҡ. Виват, егеттәр, афарин, тик уңыштар һеҙгә!







