Тәбиғәт үҙенең сираттағы миҙгелен барлай. Ямғырлы, илаҡ йәйҙе әбейҙәр сыуағы алыштырҙы. Алтын көҙ килде. Илаһи мәлдәр менән бергә республикабыҙ өсөн дә яңы ижад миҙгеле етте. Театрҙар, филармония көҙҙө ҡаршылап, өр-яңы ижади осор башлай.
"Өфө уттары" тапшырыуының 10-сы сентябрь сығарылышында һүҙ Рәсәйҙә генә түгел, донъяла ла киң билдәле Башҡортостандың данлыҡлы Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм уның эшмәкәрлеге, ижады, тынғыһыҙ тормошо тураһында барҙы.
Студияла ҡунаҡта — ансамбль директоры, атҡаҙанған артист Нәзир Баййегетов һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Рәзилә Билалова булды. Хөрмәтле әңгәмәселәр быйылғы ижад миҙгелен асыуға әҙерлек, яңы тамашалар, өр-яңы бейеүҙәр, "ғәскәрселәр" тормошонан яңылыҡтар, үҙгәрештәр, мөһим күренештәр тураһында бәйән итте.