"Буран" , "Йәш ғүмер" , "Әсәйем ҡулдары" һәм башҡа йырҙары менән күңелдәрҙе әсир иткән моңло тауышлы йырсы Гөлназ Ҡәҙербирҙина йәнә сәхнә түрендә! Хәҙер инде элекке хиттарға өр-яңы йырҙар ҙа ҡушыла. Сифатлы, заманса аранжировкалар менән яҙылған йырҙарҙа тәрән мәғәнә сағыла, артистканың уйланғаны, ҡыуанып-йыуанғаны, борсолоп-уйланғандары моңға һалына.
Гөлназ йырҙарына көйҙө үҙе һала. Моңло күңел, киң йөрәк, грамоталы башҡарыу, сағыу һәм стилле кейем, үҙ-үҙеңде сәхнәлә күрһәтә белеү – профессионаллек һәм әлбиттә, тырышлыҡ — үҙ өҫтөңдә эшләү һөҙөмтәһе. Гөлназ Ҡәҙербирҙина эстрадала — 20 йылдан ашыу. Шулай ҙа сәхнәлә булған һәр сығышы уның өсөн тәүгеһе төҫлө.
"Ашыҡма, ваҡыт" исемле юбилей концертына артистка оло тулҡынланыу һәм ҙур тырышлыҡ менән килә.
"Ижадымды хөрмәт иткән тыңлаусыға мин был донъяларҙа барыһы ла юҡҡа түгел, еңеүҙәр ҙә, хаталар ҙа, уңыштар һәм уңышһыҙлыҡтар ҙа айырым мәғәнәгә эйә икәнлеге, бер ҡасан бирешмәҫкә, тик алға атларға кәрәклеге тураһында йырлағым килә", – ти Гөлназ.
Әлеге ваҡытта музыкаль педагог булып эшләгән, шул уҡ ваҡытта йырҙар һәм клиптар сығарып, тормошон йырҙан башҡа күҙ алдына килтерә алмаған артистка менән беҙ “Өфө уттары” тапшырыуының 17 сентябрь кисендә ижад, еңеүҙәр һәм еңелеүҙәр, ғаилә һәм ғүмер ҡиммәттәре тураһында һөйләштек. Осрашыуҙан видеояҙманы һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.







