Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 01.10.2024 Көҙгө һағыш – моңға нағыш

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 01.10.2024 Көҙгө һағыш – моңға нағыш
Башҡорт эстрада музыкаһын һөйөүселәр "Хазина" төркөмөн, уларҙың дәртле йырҙарын яҡшы белә. Һәр береһе, тиерлек, хит.
"Аҡ төн", "Ирендәрең", "Тик һиңә" һәм башҡа бик популяр булып киткән йырҙарҙы күптәр әле һаман һағынып тыңлай. 20-се быуаттың 90-сы йылдар аҙағын, 2000-селәр башын гөрләткән "Хазина" төркөмөн солисы Янбулат Мөхәмәтдинов әле ниндәй йырҙар өҫтөндә эшләй, ниндәй ижади пландар менән йәшәй, ниндәй яңы проекттар өҫтөндә тир түгә?
"Ҙур сәхнәгә ҡайтырға, яңы эштәр башларға ниәт бар. Минең ижадымды хөрмәт иткән тыңлаусыларға ижади күстәнәстәр әҙерләйем", — ти йырсы-музыкант.
Янбулатты көткән, йырҙарына ғашиҡ булған тыңлаусы-тамашасыларҙы уның менән "Өфө уттары" тапшырыуының 1-се октябрь – Халыҡ-ара музыка көнөндә осраштырҙыҡ.