Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 08.10.2024 Ҡунаҡта - күренекле композитор Ильяс Камал (Ҡазан)

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 08.10.2024 Ҡунаҡта - күренекле композитор Ильяс Камал (Ҡазан)
Күптән түгел, сентябрь айында, илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүҙә, дәүләт консерваторияһының ҙур залында III "Партитура" Бөтә Рәсәй композиторҙар конкурсының финал концерты уҙҙы. 1000-дән ашыу ижади эш араһында беҙҙең яҡташыбыҙ, талантлы музыкант, композитор, дирижер, Татарстандың Муса Жәлил исемендәге республика премияһы лауреаты, Кәрим Тинчурин исемендәге театрҙың баш дирижеры һәм оркестрҙың сәнғәт етәксеһе Ильяс Камалдың да ижад емеше бар ине!
"Урал бөркөттәре" исемле операһы башҡорт телендә ижад ителгән. Төп партияларҙы башҡарыусылар араһында беҙҙең Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры йырсылары — Наҙгөл Ибраһимова, Рим Рәхимов, Айтуған Вәлмөхәмәтов һәм шулай уҡ беҙҙең яҡташыбыҙ, Татарстан дәүләт филармонияһы солисы Алмас Хөсәйенов.
Музыка тигән бөйөк Алиһәгә бар булмышын бағышлап йәшәгән талантлы ижадсы Ильяс Камал "Өфө уттары" тапшырыуының 8-се октябрь сығарылышында махсус ҡунаҡ булып ҡатнашты.