21-се октябрҙә Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы залында БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәтих Ихсановтың хәтер кисәһе үтәсәк. Сарала шулай уҡ, күренекле шәхестең тормошо һәм ижадына арналған «Ҡабатланмаҫ режиссер» китабын презентациялау ҙа була.
Талантлы режиссер, республикалағы сағыу һәм мәртәбәле саралар ойоштороусыһы Фәтих Ихсанов хаҡында хәтирәләре менән Башҡортостандың халыҡ артистары — Лилиә һәм Хәлит Фәтиховтар һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Нәфирә Ихсанова уртаҡлашты.







