Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 21.10.2024 Мостай Кәримгә арналған Театр декаднигы хаҡында

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 21.10.2024 Мостай Кәримгә арналған Театр декаднигы хаҡында

Йәмәғәтселек һәм әҙәбиәт һөйөүселәр Башҡортостандың халыҡ шағиры, драматург Мостай Кәримдең 105-йыллығын киң билдәләне. Әҙиптең ижадына арналған күркәм саралар шағир исемен йөрөткән Милли йәштәр театрында ла үтте.

15-20 октябрҙә уҙған Театр декаднигы һәм "Ҡара һыуҙар" спектале хаҡында һөйләшеүҙә Милли йәштәр театрының әҙәбиәт бүлеге етәксеһе Рәзилә Ырыҫҡужина, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Әбдрәхимова, йәш актер Динислам Сафин ҡатнашты.