Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 22.10.2024 Яңы асылған "Салют" реабилитация үҙәге эшмәкәрлеге

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары -  22.10.2024 Яңы асылған "Салют" реабилитация үҙәге эшмәкәрлеге
"Бала – ул тормош сәскәһе”, "Бала – балдан да татлы" тигән һүҙҙәрҙе йыш ишеткәнебеҙ бар. Әлбиттә, үҙ балаһын ҡәҙерләп, яратып үҫтергән һәр ата-әсә өсөн ул донъялағы бар ҡиммәттәрҙән дә ҡиммәтлерәк. Хатта, әгәр ҙә, уның һаулығы башҡаларҙан ҡырҡа айырылһа ла.
Ололар әйтмешләй, "баланы үҫтереүҙәре еңел түгел". Ысынында ла шулай. Баланы аяҡҡа баҫтырып, халыҡсан һүҙ менән –"кеше иткәнсе", бик күп тырышлыҡ һәм көс талап ителә. Ә инде йән киҫәгең – балаң сәләмәтлеге яғынан сикләнгән булһа, был мәсьәлә икеләтә ауырға төшә. Шул саҡта дәүләт, махсус ойошмалар ата-әсәләргә ярҙамға килә ала.
Яңыраҡ Башҡортостандың баш ҡалаһында асылған "Салют" реабилитация үҙәге был йүнәлештә нисек эшләйәсәк? Ниндәй дауаланыу, һауыҡтырыу, реабилитация һәм белем биреү саралары үткәреләсәк? Ойошманың октябрь башынан уҡ, асылыуына тиклем хеҙмәт итә башлауы – айырым, ҡыуаныслы күренеш. Бөтә республиканан һаулыҡтары сикләнгән балалар һәм уларҙың ата-әсәләре бында мөрәжәғәт итә ала. Әлеге еңел булмаған заманда бер нисә ойошманың бер урында тупланып, юғары сифатлы ҡоролмалар менән йыһазланыуы, махсус белемле белгестәрҙең эшләүе ошондай ҡыҙҙарға һәм малайҙарға яҡты, ыңғай киләсәккә һуҡмаҡ һалыуы – изге һәм оло-ара, сауаплы хеҙмәт.
"Өфө уттары" тапшырыуының 22-се октябрь сығарылышында беҙ "Салют" сәләмәтлеге яғынан сикле балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика һөнәри реабилитация дәүләт бюджет ойошмаһының бүлек мөдире Айһылыу Бәхтигәрәева һәм дәүләт автономиялы дөйөм белем биреү учреждениеһы "Йондоҙ" белем биреү үҙәге директоры Ғафур Ғәлимов менән осрашып, реаүҙәктең эшмәкәрлеге, үҙенсәлектәре, яңылыҡтары тураһында һөйләштек.