26-сы октябрҙә Сибай концерт-театр берекмәһе мәңгелек йырҙар авторы, легендар композитор Рим Хәсәновтың үлемһеҙ йырҙарынан торған концертты башҡала тамашасыһына тәҡдим итә. "Башҡортостан" дәүләт концерт залында уҙасаҡ йыр байрамы хаҡында "Өфө уттары" тапшырыуында әңгәмә ҡорҙоҡ.
Студия ҡунаҡтары — Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы, Салауат Юлаев ордены кавалеры композитор Рим Хәсәнов һәм Сибай концерт-театр берекмәһе артистары - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, йырсы, Ғаяз Ғәйетбаев һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, ҡурайсы Раушан Ниязғолов.







