Бөгөнгө эфирыбыҙҙың тылсымлы бер донъяға арнаныҡ. Унда иң яҡты хыял һәм фантазиялар тормошҡа аша, унда айырылышыу һәм табышыуҙар, мөхәббәт һәм нәфрәт бергә йәшәй , ғөмүмән, был донъя күңелдәрҙе дауалай, уйландыра, ябай тормошта иғтибарыбыҙҙан ситтән ҡалған ҡиммәттәрҙе күрһәтә. Һүҙебеҙ — театр тураһында.
Студия ҡунағы — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты, сәнғәт фәндәре кандидаты, театр тәнҡитсеһе Айһылыу Сәғитова. Әңгәмә Мостай Кәрим драматургияһы, әҙиптең 105 йыллығына арналған театраль декадник, Башҡортостанда һәм Ҡырғыҙстанда уҙған премьераларға арналды.