Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 29.10.2024 Ғалим-педагог, журналист, шағир,йырсы һәм ҡурайсы Фәнзил Санъяров

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 30 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 29.10.2024 Ғалим-педагог, журналист, шағир,йырсы һәм ҡурайсы Фәнзил Санъяров
"Талантлы кеше бар яҡлап та талантлы була", – тиҙәр. Был һүҙҙәр, ысын мәғәнәһендә, талантлы шәхес – педагог, журналист, яҙыусы, йырсы һәм ҡурайсы Фәнзил Санъяровҡа ҡағыла. Уҡытыусылыҡҡа ул 50 йылдан ашыу ғүмерен арнап, әле лә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса дәрестәр бирә, башҡа милләт балаларына башҡорт теленә һөйөү уятырға тырышып, уҡыусыларының йөрәктәренә юл һала.
Яҙыусы, шағир, тәңҡитсе булараҡ та Фәнзил Бүләк улы уңышлы эшләй. Уның ижад емештәре — шиғри китаптары һәм бик күп ғилми хеҙмәттәре. Журналистика өлкәһендәге эштәре лә лайыҡлы баһаланып, 2022 йылда уға Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия тапшырылды.
Ҡурайҙа ла өҙҙөрөп уйнаусы, халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы Фәнзил Бүләк улы йәмәғәтселек тормошонда ла әүҙем ҡатнаша, башҡорт телен һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә ҙур эштәр башҡара.
"Өфө уттары" тапшырыуында “Билдәле шәхестәр менән осрашыуҙар”ҙы дауам итеп, һеҙҙең иғтибарға күренекле ғалим-педагог, журналист, шағир, тәңҡитсе, йырсы һәм ҡурайсы Фәнзил Санъяров менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.