Артист кешене роль билдәләй. Йырсыны, әлбиттә, йыр бәхетле итә. Эстрада артисын иһә, хит йәшәтә. Уның сәхнәләге яҙмышын билдәләгән йыр бар икән, тимәк, киләсәге өмөтлө һәм яҡты. Шундай сағыу сәхнә артисткаһы – Нәркәс Сиражетдинова. Тик уға ғына хас булған сағыу һәм көслө тауышлы, ҡабатланмаҫ тембрлы, бай репертуарлы, төрлө жанрҙарҙа ижад итеүсе йырсының сәхнәлә булыуына 25 йыл. Үҙ эшмәкәрлегенә байҡау яһап, ижадсы популяр йырының исеме менән "Йөрәгемдә һайрай һандуғас" концертын ойошторған. Бенефисына Нәркәс ижадташ дуҫтарын — Янбулат Мөхәмәтдиновты, Ян Лираны саҡырған. Шулай уҡ сағыу тамашала эстрадабыҙҙың билдәле артистары Искәндәр Ғәзизов, "Дарман" проекты ла ҡатнашҡан.
5-се ноябрь эфирында беҙ Нәркәс Сиражетдинова менән концертының үҙенсәлектәре, йырҙар репертуары, шулай уҡ тормошҡа ҡарашы, ижади асыштары тураһында һөйләштек.