Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 11.11.2024 Күңел нурым ғәләм яҡтырта

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 11.11.2024 Күңел нурым ғәләм яҡтырта
Сибай концерт-театр берекмәһенең оркестр музыканты Азат Исҡужин был донъяны маңлай күҙе менән түгел, күңеле менән күрә.
Ул тормоштоң нескә ҡылдарын һәм ҡыңғырауын ишетә. Яҡты донъяның иҫ киткес матурлығын йөрәге менән тоя һәм моң аша бар донъяға ишеттерә. Быйылғы сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле кешеләрҙе хәстәрләү йылында Сибай концерт-театр берекмәһе Республика халыҡ ижады үҙәгенең "Атайсал" мәҙәни үҙәге менән берлектә Азат Исҡужиндың "Күңел нурым ғәләм яҡтырта" исемле концертын әҙерләй.
11-се нобярҙә эфирға сыҡҡан "Өфө уттары" тапшырыуында Азат Исҡужин менән бергә шағирә, журналист Гөлнур Ҡыуатова ла ҡатнашты.